Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө аэропорты кемдең исемен йөрөтөр: тәүге 10 исем аталды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә 16 октябрҙә «түңәрәк өҫтәлдә» Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортына бөйөк Башҡортостан ватандашының исемен биреү буйынса федераль проектҡа ҙур тыңлауҙар уҙғарҙы. Сарала белгестәр, баш ҡаланың әүҙем халҡы һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Республикала йәшәүселәрҙән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына бөтә мөмкин булған ысулдар – телефон, электрон почта аша, һораулама барышында – 40 кандидатура буйынса 1,5 меңдән ашыу фекер килде.

«Кешеләр республиканың төрлө мөйөшөнән шылтыратты. Быға тиклем бер проектҡа ла ошондай ҙур ҡыҙыҡһыныу булманы», — тип билдәләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина һәм тәүге 10 исемде атаны:

Мостай Кәрим, халыҡ шағиры, яҙыусы;

Муса Гәрәев, хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы;

Салауат Юлаев, милли герой;

Сергей Аксаков, яҙыусы;

Рудольф Нуриев, балет артисы;

Миңлеғәли Шайморатов, генерал-майор;

Федор Шаляпин, опера йырсыһы;

Александр Матросов, Советтар Союзы Геройы;

Михаил Нестеров, рәссам;

Сергей Довлатов, яҙыусы, журналист.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе һүҙҙәренсә, тәҡдим ителгән һәр кандидатураның исеме Өфө аэпорортына биреүгә лайыҡ.

Конкурс 5 декабрҙә тамамлана – Рәсәй халҡы аэропорттарға биргән исемдәр билдәле була.

http://www.bashinform.ru/news/1225040-kakoe-imya-prisvoyat-ufimskomu-aeroportu-nazvany-top-10-liderov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть