Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Вьетнам мәҙәниәте көндәре уҙа

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда Вьетнам Мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу күҙаллана. Сара Вьетнамдың Екатеринбургтағы Генераль консуллығы булышлығында ойошторола. Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Нго Фыонг Нги менән осрашыу барышында килешелде.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов һәм Рәсәйҙең Өфөләге Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Венер Ғәлиәкбәров ҡатнашты.

Яҡтар иҡтисадта, мәғарифта һәм мәҙәниәттә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

2017 йылдың ғинуарында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Вьетнам Социалистик Республикаһына сәфәргә барҙы, унда дәүләттең тәүге шәхестәре, атап әйткәндә, Вьетнам Президенты Чан Дай Куанг менән бер төркөм рәсми осрашыуҙарҙа ҡатнашты, тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Мәрҙәнов. Уҙған сәфәр барышында Сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү, шулай уҡ 2017-2019 йылдарға Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планы төҙөлдө. Башҡортостан Вьетнамдың Бариа-Вунгтау провинцияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Ул шулай уҡ Вьетнам коллегаларына республика Хөкүмәтенең 2019 йылда төбәктең Бария-Вунгтау провинцияһына рәсми делегацияһы сәфәрен ойоштороу пландары тураһында хәбәр итте, шулай уҡ Вьетнам вәкилдәрен 2018 йылдың 23 ноябрендә Өфөлә уҙасаҡ Тәүге «Экспортларға ваҡыт» халыҡ-ара экспорт форумы эшендә ҡатнашырға саҡырҙы.

Вьетнамдың Генераль консулы һүҙҙәренсә, Башҡортостан – Вьетнам менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн перспективалы партнер, яҡтар үҙ-ара эш итеү өсөн юғары потенциалға эйә. Дипломат Башҡортостан вуздарында нефть сәнәғәте өлкәһендә Вьетнам белгестәрен әҙерләүҙе юғары баһаланы.

Фекер алышыу барышында яҡтар шулай уҡ Вьетнамдан студенттарҙы республика юғары уҡыу йорттарында уҡытыуға, студенттар һәм мәҙәни саралар менән алмашыуҙы ойоштороуға, сауҙа хеҙмәттәшлегендә, атап әйткәндә Вьетнамға дизель яғыулығы сығарыуға, Вьетнамдан емеш-еләк индереүгә квоталарҙы киңәйтеү өсөн мөмкинлектәрҙе өйрәнергә һүҙ биреште, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында.

http://www.bashinform.ru/news/1225365-v-bashkirii-proydut-dni-kultury-vetnama/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть