Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала «Ҡауҙы көнө» 72 балалар йорто тәрбиәләнеүсеһенә ғаилә табырға ярҙам итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда «Ҡауҙы көнө» 72 балалар йорто тәрбиәләнеүсеһенә ғаилә табырға ярҙам итте. Әлеге социаль проект 2016 йылдан тормошҡа ашырыла һәм етем балаларға, потенциаль ата-әсәләргә бер-береһен табыуға үҙ өлөшөн индерә. Тәүге тапҡыр интернатта тәрбиәләнеүселәрҙе буласаҡ ата-әсәләре менән таныштырыуҙың ошондай ғәҙәти булмаған формаһы Өфөләге Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда һынап ҡаралды, ә һуңынан «Ҡауҙы көнө»н республикалағы барлыҡ балалар йорттары күтәреп алды.

Бөгөн ошо акцияны уҙғарыу һөҙөмтәһендә 72 бала ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Был — иң мөһиме, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

«Ҡауҙы көнө»ндә ҡәтғи сикләүҙәр юҡ, был ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле. Улар тәбиғи шарттарҙа таныша һәм аралаша, бергә уйнай, ниндәйҙер эштәр башҡара һәм шул рәүешле бер-береһен яҡындан белә.

Сираттағы «Ҡауҙы көнө» йома, 19 октябрҙә, Стәрлетамаҡ балалар йортонда уҙғарыла. Быйыл бында Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ҡыуғанаҡ, Йомағужа балалар йорттарынан 50 тәрбиәләнеүсе һәм ата-әсәне алмаштырыусыға 50 кандидат килә.

Ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә: «Спорт менән дуҫлыҡ» спорт эстафетаһы, «Дэнс-терапия», «Әкиәттә ҡунаҡта», «Ҡайҙа ҡоймаҡ, беҙ шунда» берлектәге ижади оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ тренинг элементтары менән күңел асыу уйындары.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республика балалар йорттарында 520 бала йәшәй.

http://www.bashinform.ru/news/1225209-v-bashkirii-den-aista-pomog-obresti-semi-72-vospitannikam-detskikh-domov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть