Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 100 йыллығына: Ермолаевка ауылында бассейн төҙөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Көйөргәҙе районында, Ермолаевка ауылында һауыҡтырыу һәм спорт йөҙөү өсөн бассейн төҙөлә. Бассейн сменаһына 40 кеше ҡабул итә ала. Объект «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына йөҙ объект» исемлегенә инә.

«Әле колонналарға монолиттан бағана фундаменттары һалыу буйынса эштәр уҙғарыла. Проект буйынса дүртмөйөш формаһында һөҙәк ҡыйыҡлы бер ҡатлы бассейн бинаһы төҙөү ҡаралған. Объектта инженер селтәрҙәре һуҙыла, ҡаҙанлыҡ ҡуйыла, биләмә төҙөкләндерелә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.

Объекттың дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль төҙөүсеһе – «Прогресс» төҙөлөш компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Дәүләт килешеүе буйынса төҙөлөш-монтаж эштәрен 2019 йылдың сентябрендә тамамлау күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1225329-k-100-letiyu-bashkirii-v-sele-ermolaevo-stroitsya-basseyn/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть