Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда юл хеҙмәткәрҙәре 140 мең тоннанан ашыу боҙлауыҡҡа ҡаршы реагент туплаған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда юл хеҙмәткәрҙәре федераль трассаларҙы боҙлауыҡтан эшкәртеү өсөн 141,5 мең тонна ҡом-тоҙ ҡатышмаһы туплаған. Ул планлаштырылған запастың 80%, тулыһынса 1 ноябргә әҙер була, тип хәбәр иттеләр «Приуралье» федераль юл агентлығы филиалында. Юлдарҙы ҡарау буйынса ойошмалар ҡышҡы режимға күсә, ул авария бригадалары тәүлек әйләнәһенә дежур итеүҙе күҙ уңында тота. Ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартыуға 382 берәмек юл техникаһы әҙер.

Республика биләмәһендәге федераль трассаларҙа 53 метеостанция һәм 76 видеокамера эшләй, улар хәлде ысынбарлыҡ режимында күҙәтергә мөмкинлек бирә, тип хәтергә төшөрҙөләр Юлдар идаралығында. «Оператив дежур итеүсе телефондарын яҙып алығыҙ:(347) 228-12-18, 8-917-046-79-53. Бында авария бригадаһын саҡыртыр, юл һырынтылары йәки башҡа юл проблемалары тураһында хәбәр итер өсөн шылтыратырға мөмкин», — тип кәңәш бирҙеләр ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1225112-v-bashkirii-dorozhniki-zapasli-bolee-140-tys-tonn-protivogololednogo-reagenta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть