Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Ейәнсура районын Дамин Юланов етәкләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Ейәнсура районында яңы хакимиәт башлығы. Ул – 32 йәшлек Дамин Юланов. Уны тәғәйенләү тураһында ҡарар 16 октябрҙә муниципаль район Советы ултырышында ҡабул ителде.

«Депутаттар Юланов Дамин Марат улы кандидатураһы өсөн берҙәм тауыш бирҙе, уның менән контракт төҙөлдө», — тип хәбәр ителә район хакимиәте сайтында.

Муниципалитет башлығы вазифаһына конкурс уҙғарыу буйынса конкурс комиссияһы ултырышы кисә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләжетдинов рәйеслегендә үтте. Комиссия ҡарары менән муниципаль район Советына Азамат Салауатов һәм Дамин Юланов кандидатуралары тәҡдим ителде.

Дамин Юланов 1986 йылда тыуған, 2009 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Ошо көнгә тиклем райондың ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы – «Маяҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән етәкселек итте.

Өҫтәп үтергә кәрәк, Ейәнсура районының элекке хакимиәт башлығы Әлфәрис Байсурин быйыл сентябрҙә алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланыуы менән бәйле вазифаны ҡалдырырға мәжбүр булды.

2018 йылдың 21 сентябренән район башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов Ейәнсура районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1225245-zianchurinskiy-rayon-bashkirii-vozglavil-damin-yulanov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть