Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың студент отрядтары өсөнсө хеҙмәт семестрын яба

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кесе йома, 25 октябрҙә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында IV республика студент отрядтары слеты уҙа. Быйыл слетҡа Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Туймазынан, Бөрөнән, Мәсәғүттән, Күмертауҙан 500-ҙән ашыу кеше килеүе көтөлә. Сара сиктәрендә тантаналы программа: Өфө һәм республика райондары юғары уҡыу йорттарынан  көрәшселәр штабтарының сығышы, йәйге эш осоро өсөн етештереү күрһәткестәре буйынса иң яҡшы студенттарҙы бүләкләү, йүнәлештәр буйынса конкурстар, концерт номерҙары әҙерләнә, тип хәбәр иттеләр «Рәсәй студент отрядтары» йәштәр йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Сараны уҙғарыу урыны: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106.

Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1225299-studencheskie-otryady-bashkirii-zakroyut-tretiy-trudovoy-semestr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть