Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» командаһы «Металлург»тан еңеүҙе овертаймда тартып алды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Магнитогорск ҡалаһына Өфө хоккейсылары «Автомобилис»ҡа еңелгәндән һуң (0:1) килде.  «Салауат Юлаев» тәүге минуттарҙан уҡ алға китте. «Металлург» менән уйын уртаһына ҡунаҡтарҙан Александр Кадейкин уңышҡа өлгәште: форвард ысын трюк күрһәтте һәм Василий Кошечкин ҡапҡаһын тар-мар итте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хужалар беренсе тәнәфескә тиклем бер нисә секунд ҡалғас яуап ҡайтарҙы: Андрей Чибисов Юха Метсола биләмәһенә һөжүм итте. Фин ҡапҡасыһы «юлаевсыларға» ярҙам итә алманы — 1:1.

Икенсе осорҙа Магнитогорскиҙың боҙ һарайы гол күрмәне, хәйер, өсөнсөһөндә лә. Статистика ике ярышташтың да еңеүгә мөмкинлектәре тигеҙ тигәйне. Әммә овертаймда Филип Ларсен аҙаҡҡы нөктә ҡуйҙы.

Киләһе матчты Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре «Аҡ Барс»та ҡунаҡта уҙғара. Көйәрмәндәрҙе КХЛ-дың 11-се миҙгелендә икенсе «йәшел дерби» көтә.

http://www.bashinform.ru/news/1225242-salavat-yulaev-vyrval-pobedu-u-metallurga-v-overtayme/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть