Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө мэры вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең исемдәре билдәле булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

15 октябрҙә комиссия Өфө мэры вазифаһын биләү өсөн конкурсҡа документтар ҡабул итеүҙе тамамланы. 29 кеше ғариза бирҙе. «Ъ-Уфа» мәғлүмәттәре буйынса, Өфө хакимиәте башлығы урынын алырға теләүселәр исемлегендә төрлө компанияларҙың генераль директорҙары, эшҡыуарҙар, чиновниктар, журналистар һәм эшһеҙҙәр бар.

Эшһеҙҙәр

Лилиә Чанышева — Алексей Навальныйҙың Өфөләге штабы етәксеһе;

Олег Смирнов — юрист;

Илдар Сәфәров — инженер-төҙөүсе;

Азамат Йәнғәлин һәм Валерий Тимербулатов — тарихсылар.

Компания директорҙары, чиновниктар һәм башҡалар

Владимир Иванов — «СНЭМА-ойлгазинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры;

Артур Кәбиров — Өфөләге 5-се спорт мәктәбе директорының спорт эше буйынса урынбаҫары;

Алина Гусманова — «Электрозавод» холдинг компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең административ-хужалыҡ бүлеге начальнигы;

Заһир Хәкимов — «Рәсәй патриоттары» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе;

Сергей Миролюбов — «Класс Менеджер-Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры;

Руслан Нуретдинов — Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары;

Шәмсулла Хәбибрахманов — 136-сы башҡорт лицейы директоры;

Рөстәм Хафизов — «Газ-сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры;

Олег Котов — Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары;

Рәмилә Сәйетова — йәмәғәтсе, юрист;

Миләүшә Мөхәмәтшина — 3-сө Мәскәү район-ара почтамты начальнигы урынбаҫары;

Руслан Зәйнуллин — Өфө районының Социаль үҫеш программаларына булышлыҡ итеү фондының генераль директоры;

Наталья Вязовкина — «Регион медиа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш мөхәррире урынбаҫары (Ufa1.ru);

Тимур Лоҡманов — «Рәсәй терәге» Башҡортостан бүлексәһенең башҡарма директоры ;

Ким Акеров — шәхси эшҡыуар;

Альбина Ғәйнанова — «Легионпромтехнология» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары;

Айрат Ғөбәйҙуллин — «Уфагеотехпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урныбаҫары;

Рөстәм Мирзаянов — Бөрө районы хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы;

Евгений Чиглинцев — «ПромЖД-гарант» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры;

Линар Әхмәтшин — «Башнефть-добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең әйҙәүсе инженеры;

Комил Сиразетдинов — «Хазина» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

22 октябргә тиклем Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Евгений Маврин етәкселегендәге комиссия барлыҡ документтарҙы тикшерә һәм конкурсанттарҙың исемдәрен рәсми рәүештә иғлан итә.  Яңы мэрҙың исеме 29 октябрҙә билдәле була.

http://www.bashinform.ru/news/1225020-stali-izvestny-imena-pretendentov-na-dolzhnost-mera-ufy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть