Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы балалар баҡсаларында ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек тапҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор  белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороусыларҙы тикшергән. Йомғаҡтар буйынса ведомство хеҙмәткәрҙәре 62 килограм боҙолған ризыҡ тапҡан.

Бынан тыш, район судтары ҡарары менән аҙыҡ-түлек сеймалында эшләгән ете аҙыҡ-түлек блогының эшмәкәрлеге туҡтатылған. Улар ярымфабрикаттар һәм йыуылған йәшелсәләр менән эшләүгә күсерелгән.

Шулай уҡ Роспотребнадзор аҙыҡ-түлек блоктарының технологик һәм һыуытыу ҡорамалдары менән етерлек йыһазландырылмауын; яҡынса менюҙың, шул иҫәптән төп ризыҡтар буйынса туҡланыу нормаһының үтәлмәүен (ит буйынса 5,2%, балыҡ 1,5%, һөт 4,8%, эремсек 6,8%, аҡ май 5,3%, яңы еләк-емеш1,5%); әҙер ризыҡтарҙы әҙерләү технологияһын, һауыт-һаба йыуыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы асыҡлаған.

Уҡыусыларҙың туҡланыуы тураһында һөйләгәндә, санитар табиптар уның даимилығы хаҡында иҫкә төшөрә: көнөнә дүрт тапҡырҙан да кәм түгел, өҫтәүенә иртәнге, төшкө һәм киске ашҡа мотлаҡ ҡайнар ризыҡ булырға тейеш. Ҡуҙғытыусы үҙенсәлектәргә эйә ризыҡтарҙан баш тартырға кәрәк (ҡыҙҙырылған, майлы аш-һыу, әсе тәмләткестәр), сөнки бындай аҙыҡ ашҡаҙан-эсәк трактын ярһытыуға булышлыҡ итә. Уҡыусыларҙың менюһына аҡһым, май, углевод булған ризыҡтарҙан тыш, файҙалы аминокислоталар, витаминдар, микроэлементтар, ҡайһы бер майлы кислоталар ҙа инергә тейеш. Йәш организмға мотлаҡ һөт, эремсек, сыр, кальций һәм аҡһым сығанаҡтары кәрәк. Кальций һәм фосфор етешмәһә, уларҙы балыҡ ризыҡтары тулыландыра ала.

Уҡыусылар 3,5-4 сәғәт һайын ашарға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1224880-rospotrebnadzor-bashkirii-obnaruzhil-v-pishcheblokakh-detskikh-sadov-prosrochennye-produkty/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть