Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «ПАЗ» менән сит ил автомобиленең бәрелешеүе арҡаһында автобус пассажирҙары зыян күргән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә 15 октябрҙә кисен Ферин урамындағы 1-се йорттоң ҡаршыһында Renault Logan машинаһы һәм «ПАЗ» маркалы автобус ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһы буйынса Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең 22-се отряды хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ полиция һәм табиптар килгән. Аварияла автобустағы ике кеше — 32 йәшлек ҡатын һәм 33 йәшлек ир зыян күргән.

«Зыян күргән кешеләр медицина учреждениеһында тикшереү үткәндән һуң амбулатор дауаланыу өсөн өйҙәренә ҡайтарылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, сит ил автомобиле рулендә 37 йәшлек иҫерек Өфө кешеһе ултырған. Ул Индустриаль шоссе яғына китеп барғанда ҡаршыға килгән автобус менән бәрелешкән. «ПАЗ»дың 290-сы «Телеүҙәк-Өфө ДОК» маршруты буйынса хәрәкәт иткәнлеге билдәле. Салонда 10 пассажир булған. Тикшереү башланған.

Һуңғы ваҡытта пассажир транспорты ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре артты. Алдан хәбәр ителгәнсә, 10 октябрҙә Октябрь проспектында «ПАЗ» һәм  «НефАЗ» автобустары бәрелеште. Аварияла 21 кеше зыян күрҙе, өс бала медицина учреждениеһына оҙатылды.

15 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаманғаса легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәр мәсьәләһен хәл итә алмаған мэрия чиновниктарының һәм тейешле ведомстволарҙың эшен ҡаты тәнҡитләне. Ул чиновниктарға 1 декабргә легаль булмаған автоташыусылар менән көрәшеү өсөн күрелгән саралар тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.

16 октябрҙә Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов үҙенең хеҙмәткәрҙәренән пассажир йөрөтөүселәр баҙарындағы хәлде яйға һалыу планын күрһәтеүҙе талап итте. Документ ошо йомаға, 19 октябргә үк әҙер булырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1224749-v-ufe-stolknulis-passazhirskiy-avtobus-i-inomarka-est-postradavshie/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть