Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Ҡазанда опера һәм балет театры янында Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Ҡазанда ижади карьераһын Башҡортостанда башлаған күренекле бейеүсе Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйҙылар. Биш метрлыҡ һын Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры эргәһендә үҙ урынын тапты. Монументтың авторы — танылған скульптор Зураб Церетели, тип хәбәр итә «Вечерня Казань» гәзите.

Шуны өҫтәп үтәйек: Башҡортостандың баш ҡалаһында «Рудольф Нуриев һәйкәлен әҙерләү һәм ҡуйыу» объекты буйынса инженер-эҙләнеү эштәрен башҡарыуға электрон аукцион иғлан ителгән.

Һәйкәлде Зәки Вәлиди урамында, Социнвестбанк янында ҡуйыу күҙаллана. Һәйкәл ҡойоу кемгә йөкмәтелер — әлегә билдәһеҙ.

Рудольф Нуреев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуациялана. Өфөләге балалар фольклор ансамблендә бейей башлай, Мәҙәниәт һарайында шөғөлләнә.

Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе  Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ ҡалала бейеүсе хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.

http://www.bashinform.ru/news/1224549-u-teatra-opery-i-baleta-v-kazani-ustanovlen-pamyatnik-rudolfu-nureevu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть