Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң ниндәй буласағын хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ айырым райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, көсәйгәндә секундына 17 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ — 5-10 градус йылы.

17 октябрҙә Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, урыны менән уртаса. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән. Көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-5 градус йылы, көндөҙ йылыраҡ — 7-12 градус.

18 октябрҙә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Урыны менән бер аҙ ямғыр, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — минус 3-тән плюс 2-гә тиклем. Көндөҙ һауа 4-9 градусҡа тиклем йылына.

http://www.bashinform.ru/news/1224574-sinoptiki-soobshchili-kakoy-budet-pogoda-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть