Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.94 ↑

EUR 75.14 ↑

22 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә 166 миҙал менән билдәләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшенең йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тармаҡ конкурстарының 166 миҙалы менән билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Уларҙың 94-е – алтын, 44-е – көмөш һәм 28-е – бронза. Башҡортостан Хөкүмәте «Күргәҙмә үҫешенә өлөш индергәне өсөн» Гран-приға лайыҡ булды.

Күргәҙмә эшләгән көндәрҙә республика стендында эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр уҙғарылды, мөһим килешеүҙәр төҙөлдө. Атап әйткәндә, Башҡортостан һәм Мари Иле бергәләп ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтерергә һәм продукцияны экспортлауҙы киңәйтергә килеште; Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Технотранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй тимер юлы операторы ил төбәктәренә һәм экспортҡа иген ташыу тураһында һүҙ биреште. Республика Хөкүмәте һәм «ФосАгро-Регион» компанияһы республика биләмәһендә экологик яҡтан таҙа иген һәм техник культуралар үҫтереү өсөн ҡулланылған комплекслы шыйыҡ ашламалар ҡабул итеү һәм һаҡлау инфраструктураһы (логистика үҙәге, складтар) булдырыу тураһында килешеү төҙөнө.

http://www.bashinform.ru/news/1224433-predpriyatiya-bashkirskogo-apk-otmecheny-166-medalyami-vystavki-zolotaya-osen/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть