Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә 19 октябргә легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәш планын әҙерләргә тейештәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн, 16 октябрҙә, Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш ҡалаһы мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов үҙенең хеҙмәткәрҙәренән пассажир йөрөтөүселәр баҙарындағы хәлде яйға һалыу планын күрһәтеүҙе талап итте.

— Контроль органдары менән берлектә ҡалабыҙҙың йәмәғәт транспорты өлкәһендәге хәлде үҙгәртә алырлыҡ этаплы һәм аныҡ эш планын төҙөгөҙ, — тип белдерҙе Салауат Хөсәйенов.

Эш планы ошо йомаға, 19 октябргә әҙер булырға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаманғаса легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәр мәсьәләһен хәл итә алмаған мэрия чиновниктарының һәм тейешле ведомстволарҙың эшен ҡаты тәнҡитләне. Ул чиновниктарға 1 декабргә легаль булмаған автоташыусылар менән көрәшеү өсөн күрелгән саралар тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1224668-v-ufe-k-19-oktyabrya-dolzhny-razrabotat-plan-po-borbe-s-nelegalnymi-perevozchikami/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть