Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рафаэль Яппаров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаровҡа йөкмәтелде. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусының икенсе Указы менән Әнүәр Бакиров үҙ теләге буйынса Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан бушатылды. Ошо хаҡта мәғлүмәт Башҡортостан Башлығы сайтында баҫылған.

Белешмә. Яппаров Рафаэль Ғәли улы 1975 йылда тыуған. 1998 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Интернатураны һәм ординатураны тамамлағас, Күмертау Үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә табип-хирург булып эшләй.

2007 йылдың майынан ноябренә тиклем дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтендә — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы була.

2007 йылдың ноябренән 2018 йылдың ғинуарына ҡәҙәр — Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы.

2018 йылдың ғинуарынан әлегә тиклем — Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары.

2008 йылдан — Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекцияны диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре буйынса штаттан тыш баш белгесе.

2013 йылдан — Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекцияны диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре буйынса штаттан тыш баш белгесе.

Рафаэль Яппаров Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.

http://www.bashinform.ru/news/1224524-i-o-ministra-zdravookhraneniya-bashkirii-naznachen-rafael-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть