Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров отставкаға ғариза яҙҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров отставкаға сығырға ғариза яҙҙы. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, Әнүәр Бакиров үҙе теләп эштән китергә ғариза яҙған. «Уның ғилми потенциалы юғары булғас, уға был өлкәлә эш тәҡдим ителәсәк», — тип хәбәр итте сығанаҡ.

Әнүәр Бакиров 1964 йылдың 26 февралендә Өфөлә тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының дауалау факультетын тамамлаған. 1998 йылда — «Ҡыҙыл үңәс стриктураһында төрлө эзофагопластика алымдарын сағыштырма баһалау» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, 2001 йылда «Ҡыҙыл үңәстә һәм ашҡаҙанда яман булмаған сирле ауырыуҙарҙы реконструктив-тергеҙеү дауалау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

Медицина эшмәкәрлеген 1987 йылда Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында башлай. 2002-2007 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы. 2011-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары. 2012-2014 йылдарҙа – «Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер» һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы. 2002 йылдан әлегә тиклем – Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһы профессоры.

Ул Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифын 2014 йылдың сентябренән алып биләне.

http://www.bashinform.ru/news/1224506-ministr-zdravookhraneniya-bashkirii-anvar-bakirov-podal-v-otstavku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть