Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Башҡорт драма театрының 100 йыллығына китап әҙерләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡорт драма театрының 100 йыллығына китап әҙерләнә. Өс томлы баҫма өҫтөндә театр белгесе Айһылыу Сәғитова эшләй.

«Китап дөйөм алғанда тамамланған, Айһылыу биҙәү өҫтөндә эшләй. Ул хәҙерге заман театр белгесенең башҡорт театр сәнғәтенә ҡарашы була», — тип һөйләй Мәжит Ғафури исемендәге театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов.

Китапҡа күренекле театр белгестәре Суфия Күсимованың, Һөйөндөк Сәйетовтың, Рида Буранованың театр тарихы тураһында мәҡәләләре, уникаль документтар һәм фотолар инә. Китапты 2019 йылдың майына донъяға сығарыу күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт театрының быуат юбилейы 2019 йылдың декабрендә билдәләнә һәм республиканың 100 йыллығы менән тура килә. Был датаға бер төркөм саралар: премьералар, юбилей гастролдәре, VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки театрҙар фестивале планлаштырылған. Театрҙа шулай уҡ ҙур ремонт уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1224606-v-ufe-gotovitsya-kniga-k-100-letiyu-bashkirskogo-dramaticheskogo-teatra-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть