Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Эльвира Нәбиуллина банк системаһын нығытыу өсөн Почет ордены менән бүләкләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәй Үҙәк банкын етәкләүсе Өфө ҡыҙы Эльвира Нәбиуллина Почет ордены менән бүләкләнде. Президент Владимир Путиндың ҡултамғаһы менән тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылып сыҡҡан. Документта Эльвира Нәбиуллина награда менән «банк системаһы үҫешенә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн» бүләкләнеүе хәбәр ителә.

Эльвира Нәбиуллина 1963 йылдың 29 октябрендә Өфөлә шофер һәм приборҙар эшләү заводы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған, Өфөнөң 31-се урта мәктәбен миҙал менән тамамлаған. 1986 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын «иҡтисадсы» һөнәре буйынса тамамлаған. Иҡтисадсы карьераһын Нәбиуллина 1991 йылда СССР-ҙың Ғилми-Сәнәғәт союзында баш белгес булып башлай. 1996-1997 йылдарҙа ул Рәсәй Иҡтисад министрлығының Иҡтисад реформаһы департаменты етәксеһе вазифаһын биләй, һуңынан Рәсәйҙең иҡтисад министры урынбаҫары, ә аҙаҡтан Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары булып китә, был вазифала өс йыл эшләй. 2007-2012 йылдарҙа Эльвира Нәбиуллина Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры вазифаһында эшләй. 2013 йылдың мартынан – Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Рәйесе.

Дуҫлыҡ һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән бүләкләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1224483-elvira-nabiullina-nagrazhdena-ordenom-pocheta-za-ukreplenie-bankovskoy-sistemy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть