Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө мэры вазифаһына 20-нән ашыу кеше дәғүә итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

15 октябрҙә киске сәғәт 5-тә Өфө ҡала советы Өфө мэры вазифаһына конкурста ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе туҡтатты. Ошо хаҡта Ҡала советының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

«Конкурс комиссияһы киске сәғәт 5-кә тиклем инеп өлгөргән, мэр булырға теләгәндәрҙең бөтәһен дә ҡабул итергә булды. Әлеге мәлдә дәғүәселәр һаны 20 кешенән артып китте», — тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына Өфө ҡала советында.

Асыҡлыҡ индерелгән мәғлүмәттәр буйынса, 29 дәғүәсе булған.

Ғариза тапшырғандарҙың исемдәре асылмай. Уларҙың исемдәрен 22 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Евгений Маврин етәкләгән конкурс комиссияһы документтарҙы тикшергәндән һуң иғлан итә. 29 октябрҙә Өфө ҡала советы республиканың баш ҡалаһына яңы мэр һайлай.

Был вазифала ете йыл эшләгән Өфөнөң элекке сити-менеджеры Ирек Ялалов Федерация Советына эшкә күсте.

Мэр вазифаһына 25 йәштән оло, хөкөм ителмәгән, Ҡала советы рәйесе менән туған булмаған, юғары белемле, ике йыл (һәм унан күберәк) етәксе йәки урынбаҫары тәжрибәһе булған һәм ҡала хакимиәте башлығы бурыстары һәм вәкәләттәре тураһында ҡануниәтте белгән Рәсәй гражданы дәғүә итә алды.

http://www.bashinform.ru/news/1224396-na-dolzhnost-mera-ufy-pretenduyut-bolee-20-chelovek-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть