Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров кемдәр уның командаһында эшләүен дауам итәсәге хаҡында һөйләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәнән һуң үҙенең командаһын булдырыу принциптары хаҡында һөйләне. Был хаҡта төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә хәбәр итте.

«Минең командаға өҫтәлеү бик ябай. Ни бары кешеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белергә һәм шуларҙы хәл итергә теләк кенә кәрәк. Үҙеңдән яуаплылыҡты алып ташларға ярамай. Торлаҡ төҙөгәндә бер юлы социаль объекттар һалырға (шул иҫәптән инвесторҙар иҫәбенә!) кәрәклеген «белмәгән» чиновниктар миңә кәрәкмәй. Республикаға үҙҙәренең йүнәлеше буйынса нисә объект етмәүе (төҙөлөшкә аҡса бар!) тураһында хәбәрҙар булмаған чиновниктар ҙа эшен дауам итмәй», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ҡатнашты. Радий Хәбиров баш ҡалалағы легаль булмаған пассажир ташыусылар өсөн Өфө властарын, төҙөлөш һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәлде тәнҡитләне.

Рәсми таныштырыу көнөндә Радий Хәбиров, журналистарҙың кадрҙар үҙгәреше тураһында һорауҙарына яуап биреп, урындағы кадрҙар потенциалын «юғары» баһаланы һәм ҡайһы бер үҙгәрештәрҙең булыуы мөмкин, «ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бар әле», тип билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1224263-vrio-glavy-bashkirii-radiy-khabirov-skazal-kto-prodolzhit-rabotu-v-ego-komande/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть