Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала ауылды үҫтереү буйынса дәүләт программаһын финанслау 1 миллиард һумға тиклем арттырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылда «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһын финанслау 1,01 миллиард һумға тиклем арттырыла: 578 миллион – федераль, 432 миллион һум республика бюджетынан бүленә. Ошо хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ағымдағы йылда программаның субсидиялары 832,34 миллион һум тәшкил итте. 2020 йылға финанслау — 1,38 миллиард, 2021 йылға 1,21 миллиард һум күләмендә планлаштырылған.

Был аҡса социаль өлкәне һәм инженер инфраструктураһын (газ үткәреү, һыу менән тәьмин итеү) үҫтереүгә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөүгә йүнәлтелә.

http://www.bashinform.ru/news/1223868-finansirovanie-gosprogrammy-po-razvitiyu-sela-v-bashkirii-uvelichitsya-do-1-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть