Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны кәмей

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республикала эшһеҙҙәр һаны тотороҡло кәмей һәм әлеге ваҡытта 17,6 мең кеше тәшкил итә. Ул бер йылға ҡарағанда 3 мең кешегә аҙыраҡ, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.

Теркәлгән эшһеҙлек кимәле шулай уҡ кәмегән һәм хәҙер 0,89 процент тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: 2018 йыл башында был күрһәткес төбәктә 1 процентҡа еткәйне.

Шул арала, республиканың вакансиялар банкында бөгөн 45 мең эш урыны иҫәпләнә. Йыл башында улар 2 меңгә әҙерәк ине.

Хеҙмәт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала уртаса эш хаҡы 32 106 һум тәшкил итә. Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы күләме 12 837 һумдан артҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1223992-v-bashkirii-snizhaetsya-chislennost-bezrabotnykh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть