Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Нуғай биҫтәһендә мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнөң Нуғай биҫтәһендә 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусылыҡ төп уҡыу корпусы файҙаланыуға тапшырылды, ул яңы дөйөм белем биреү учреждениеһының икенсе аҙаҡҡы сираты. Мәктәп өс блоктан торған дүрт ҡатлы бина. Уның дөйөм майҙаны – 22,4 мең квадрат метр, уҡыусылар урыны – 1250.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп төҙөлөшө ике сиратта алып барылды. Былтыр 300 уҡыусылыҡ корпус файҙаланыуға тапшырылды – ул башланғыс һәм өлкән кластар блогы, 1250 урынлыҡ ашхана, сисенеү, душ һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре менән ике спорт залы, табип кабинеты, процедура, прививка бүлмәләре, стоматолог кабинеты, сәхнә һәм ярҙамсы бүлмә менән 480 урынлыҡ тамаша залы, шулай уҡ бөтә административ һәм инженер бүлмәләре.

Яңы тапшырылған бинала башланғыс һәм өлкән кластар урынлашҡан. Бынан тыш, футбол, волейбол уйнау өсөн спорт майҙансыҡтары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, йүгереү һуҡмағы, теннис корты, тренажерҙар урынлашҡан, шулай уҡ өй янындағы участка эшләнгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө хакимиәтендә.

Халыҡ тығыҙ ултырған Нуғайҙағы мәктәп ҡаланың Октябрь районында уҡыу урындары етмәүҙе бөтөрөргә тейеш. Уның ихтыяжы тураһында ойошторолған ете беренсе класс дәлилләй.

http://www.bashinform.ru/news/1223876-v-ufimskom-prigorode-nagaevo-shkola-zarabotala-v-polnuyu-moshch/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть