Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Радий Хәбиров тәүге эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһында булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһы предприятиеларында булды. Компания идараһы рәйесе Андрей Шишкин менән бергә ул «Новойл»да водород етештереү ҡулайламаһын, «Башнефть-Өфөнефтехим» нефть эшкәртеү заводында биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны.

— Тәүге сәфәремде махсус рәүештә республикабыҙ иҡтисады локомотивы һәм төп һалым түләүселәрҙең береһе булған «Башнефть» компанияһына ойоштороуҙарын һораным. Мин эш менән танышырға, бында нимә барғанын, барлыҡ иҡтисады процестарҙы аңларға теләнем, — тине Радий Хәбиров.  

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республиканың эре бизнесы менән конструктив мөнәсәбәттәр булдырыуын дауам итәсәге хаҡында һөйләне.

— Эре бизнес, эре предприятиелар һалым базаһын булдыра һәм республикабыҙ үҫешенә булышлыҡ итә. Әлбиттә, был мөнәсәбәттәр конструктив булырға тейеш. Бының эш урындары ла, социаль өлкә лә, үҫеш тә, халҡыбыҙ именлеге лә икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта республика биләмәһендә эшләгән предприятиелар ҙа социаль яуаплы булырға, экология, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә тейеш. Ҙур предприятиеларҙың оҙаҡ йылдар эшләү осоронда Башҡортостандың барыһы менән дә тиерлек конструктив мөнәсәбәттәре булдырылған. Ошо трендты ла дауам итербеҙ тип уйлайым, — тине Радий Хәбиров.

Сәфәр аҙағында Андрей Шишкин республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға предприятиенан таҙартылған һыу өлгөһөн күрһәтте.

Евразиялағы ҙур таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү 2017 йылда тамамланды. Улар өс предприятиенан сәнәғәт һәм хужалыҡ аҡмаһын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән һәм тәүлегенә 84 мең кубометр һыу таҙартырға һәләтле. Проекттың хаҡы 11,5 миллиард һум тәшкил итте.

http://www.bashinform.ru/news/1223896-pervyy-svoy-rabochiy-vizit-v-bashkirii-radiy-khabirov-sovershil-na-bashneft/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть