Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә транспорт һәм элемтә өлкәһендә вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә 18 октябрҙә Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә «Транспорт һәм элемтә» өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Унда водитель, кондуктор, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, механик, тейәгес водителе, манипулятор, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинисы, тракторсы, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, тәгәрмәс алмаштырыусы һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә.

Йәрминкәгә килеүселәргә, ғәҙәттәгесә, мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация биреү ҡаралған. Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1223769-v-ufe-proydet-yarmarka-vakansiy-v-sfere-transporta-i-svyazi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть