Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: Эште асыҡлыҡ, законлылыҡ, һөҙөмтәлелек нигеҙендә төҙөйбөҙ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырҙылар. Тантанаға Хөкүмәт ағзалары, министрҙар, депутаттар корпусы, муниципалитеттар, ведомстволар һәм ойошмалар етәкселәре килде. Төбәктең яңы етәксеһе менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы, Радий Хәбиров тыуған ерендә эшләгәндә сәйәсмән булып китә һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошоноң үҙенсәлеген бик яҡшы төшөнә, милли характерҙы аңлай, бөтә иҡтисади үҫеш өлкәләрен белә тип хәтергә төшөрөп.

«Минең өсөн бында һеҙҙең алдығыҙҙа тороу оло хөрмәт һәм шул уҡ ваҡытта республика халҡы алдындағы яуаплылыҡ ҙурлығын бик яҡшы аңлайым. Бөтә көсөмдө Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә һәм уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтермен. Нәҡ ошоно һәр ҡайһығыҙҙан һорайым һәм тулы күләмдә талап итәм», — тип Радий Хәбиров залда ултырғандарға мөрәжәғәт итте.

Бөтә тырышлығыбыҙҙы туплағанда ғына республиканы артабан да үҫтереү бурысын атҡарып була.  Закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау власть тармаҡтары көсөн, муниципалитеттар башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштереп кенә уңышҡа өлгәшә алабыҙ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы мәнфәғәтенән, һәр граждан мәнфәғәтенән сығып төҙөргә тәҡдим итәм. Эште күп йылға алға ил үҫеше стандарттарын билдәләгән Рәсәй Президенты указдарына таянып төҙөйбөҙ. Эште асыҡлыҡ, законлылыҡ, эш урынында һәр ҡайһыбыҙҙың һөҙөмтәлелеге нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итәм.

Журналистарҙың фаразланған кадрҙар үҙгәрештәре тураһындағы һорауҙарына яуап биреп, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ғәмәлдәге команда менән эшләргә ниәтләнеүен хәбәр итте һәм урындағы кадрҙар потенциалын «юғары» тип баһаланы, «ҡарарҙар ҡабул итергә ваҡыт бар әле» тип йомғаҡлап.

http://www.bashinform.ru/news/1223778-radiy-khabirov-rabotu-budem-stroit-na-osnove-otkrytosti-zakonnosti-effektivnosti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть