Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар Башҡортостанда ҡырау төшөүен һәм ҡар яуыуын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон тәҡдим итә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала  аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан – секундынан 8-13 метр. Көндөҙ һауа температураһы – 1-6 градус йылы.

16 октябрҙә элеккесә болотло була. Синоптиктар төндә ямғырға күсеүсән бер аҙ ҡар яуыуын вәғәҙәләй. Төндә урыны менән уртаса. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 0,-5 , көндөҙ – 0,+5, Башҡортостандың көнбайышы буйынса – 10 градус йылы.

17 октябрҙә төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 0, +5 градус, көндөҙ ярайһы уҡ йылыраҡ – 8-13 градус.

http://www.bashinform.ru/news/1224000-sinoptiki-prognoziruyut-v-bashkirii-zamorozki-i-sneg-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть