Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» проектында ҡатнашыусылар шағирҙың ҡыҙы менән осрашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» видео-марафоны дауам итә.

Проектта ҡатнашыусылар  «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» автобиографик повесының өҙөктәрен уҡый. Видео-марафон төрлө майҙансыҡтарҙа үтә. Проектҡа теләгән һәр кеше ҡушыла ала.

Әҙип ижадын һөйөүселәрҙең сираттағы осрашыуы Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге ижадханаһында  үтте.

«Беҙҙең ижтимағи әҙәби видео-марафоныбыҙ Мостай Кәримдең алдағы 100 йыллыҡ  юбилейына башғышланған. Беҙ уны Ғаилә йылында үткәрәбеҙ, шуға ла тап ошо әҫәрен һайланыҡ, сөнки ул ғаилә ҡиммәттәрен раҫлай, кешенең нисек итеп шәхескә әүрелеүе тураһында һөйләй, — ти Өфөләге ҡала ветерандар советының мәҙәниәт буйынса комиссияһы ағзаһы Светлана Бикбулатова. — Акция республика күләмен алды».

Башҡорт дәүләт университетында үткән осрашыуға халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова килде. Ул китаптың ижад ителеү тарихы, атаһы менән булған мөнәсәбәттәре, яҙыусының яҡын арала ниндәй китаптары донъя күрәсәге тураһында һөйләп үтте.

«Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» акцияһын ойоштороусы — Өфөләге ҡала ветерандар советы. Марафон 2018 йылдың апрелендә үткән Библиотөндә  башланып китте. Шул ваҡыттан алып уға йөҙҙән ашыу кеше ҡушылды, улар араһында — ветерандар, уҡыусылар, студенттар, эшҡыуарҙар, шулай уҡ билдәле кешеләр — сәйәсмәндәр, артистар, телевидениеның алып барыусылары. Уҡыуҙар тамамланғас, видеояҙмалар интернетҡа һалына.

http://www.bashinform.ru/news/1223721-v-ufe-uchastniki-proekta-chitaem-vmeste-knigi-mustaya-karima-vstretilis-s-docheryu-poeta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть