Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың йәш боксерҙары турнирҙа еңеүҙәрен Аркадий Гайдар иҫтәлегенә арнаны

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Стәрлетамаҡта 2002-2003 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында Аркадий Гайдар иҫтәлегенә бокс буйынса асыҡ республика турниры тамамланды. Ярыштарҙа Стәрлетамаҡтан, Бәләбәйҙән, Салауаттан, Ишембайҙан, Благовар районының Языково ҡасабаһынан һәм Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылынан 40-тан ашыу спортсы ҡатнашты.

Еңеүселәр һәм призерҙар 14 ауырлыҡ категорияһында билдәләнде. Улар миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле сувенирҙар менән бүләкләнде, тип хәбәр итте «Сельские нивы» гәзите хеҙмәткәре Юрий Нестеренко.

http://www.bashinform.ru/news/1223427-yunye-boksery-bashkirii-svoi-pobedy-na-turnire-posvyatili-pamyati-arkadiya-gaydara/

Теги: бокс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть