Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт филармонияһы үҙенең 80 йыллығына һигеҙ «йондоҙло» проект әҙерләгән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейына яңы программалар галереяһын әҙерләгән.

«Nostalgie – ФиларМОҢ. 8 кистә – 80 йондоҙло йыл» проекты филармонияның асылғандан алып беҙҙең көндәргәсә тарихына арналған. Проекттың авторы һәм режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Һигеҙ кисәнең тәүгеһе 26 октябрҙә була, ул филармонияны асыуға, 1939 йылда эстрада-концерт бюроһын һәм 1941 йылда Әҙәби-музыкаль лекторий ойоштороуға бағышланған.

«Концертта лекторийҙың бөтә артистары – вокалистар һәм инструменталистар, бейеүселәр, лекторҙар һәм тасуири уҡыусылар ҡатнаша. Төрлө характерҙағы һәм стилдәге әҫәрҙәр — рус һәм сит ил классикаһы, донъя халыҡтары йырҙары, хәҙерге композиторҙарҙың ижады яңғырай», — тип һөйләне Әҙәби-музыкаль лекторийҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина.

Артабанғы кисәләр миҙгел дауамында уҙғарыла:

15 ноябрь. «Уларҙың йырҙарында – ваҡыт тибеше». Республика композиторҙары;

18 ғинуар. «Визит карточкаһы». Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры;

15 февраль. «Йондоҙ+ йондоҙ». Филармония ғаиләләре;

2 март. «Эстрадабыҙ йондоҙҙары»;

12 апрель. «Уның исеме капелла». Башҡортостандың  Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы;

24 апрель. «80 йыллыҡ роман».80-се юбилей миҙгелен ябыу;

29 апрель. «Джаз һәм ул ғына ла түгел». Эстрада-джаз оркестры.

http://www.bashinform.ru/news/1223429-bashkirskaya-filarmoniya-k-svoemu-80-letiyu-podgotovila-vosem-zvezdnykh-proektov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть