Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.94 ↑

EUR 75.14 ↑

22 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Арҡайым» балеты авторҙары Ләйлә Исмәғилева һәм Андрей Петров Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Танылған башҡорт композиторы Ләйлә Исмәғилева һәм «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе – баш балетмейстеры Андрей Петров «Арҡайым» балеты өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Премияны бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

«Республика көнө алдынан ошондай юғары награда алыу — ҙур баһа. Беҙҙе хуплағандарҙың барыһына ла — комиссияға, мәҙәниәт министрына һәм һеҙгә, Рөстәм Зәки улы, оло рәхмәт. Ошо спектаклде ҡуйған ижади төркөмгә — балетмейстер Андрей Петровҡа, рәссамдар Станислав Бенедиктовҡа, Ольга Полянскаяға, беҙҙе тәҡдим иткән театр коллективына рәхмәтлемен», — тине Ләйлә Исмәғилева премияны тапшырғандан һуң.

Ләйлә Исмәғилева — Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире. Уның балет ижад итеү идеяһы 1990 йылдарҙа боронғо ҡаласыҡтағы ҡаҙыу эштәрендә булып ҡайтҡандан һуң тыуған. Ошо уникаль урын һәм шунда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ тураһында уй-фекерҙәр үҙенсәлекле музыкаль образдарға әүерелгән. «Арҡайым» балетының премьераһы 2005 йылда Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы, 2017 йылда балет тергеҙелде.

«Арҡайым» — эксклюзив милли спектакль. Ул үҙендә бик күп мөһим сифаттарҙы туплаған. Тәү сиратта был композитор Ләйлә Исмәғилеваның  яңы, ҡыҙыҡлы фольклор традициялары, үҙенсәлекле темалар менән байытылған музыкаһы, Андрей Петровтың талантлы хореографияһы. Шулай уҡ Станислав Бенедиктовтың үҙенә генә хас сәхнә биҙәлеше һәм Ольга Полянскаяның көнсығыш колориты менән һуғарылған костюмдары, — тип яҙа спектакль тураһында «Музыкаль миҙгелдәр» порталы. — Ләкин ошо компоненттарҙың һәр ҡайһыһы үҙенә башҡа түгел, ә бер-береһенә тура килеүе менән ҡиммәтле».

http://www.bashinform.ru/news/1222693-sozdateli-baleta-arkaim-leyla-ismagilova-i-andrey-petrov-poluchili-premiyu-im-s-yulaeva/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть