Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе итеп һайланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры 8 октябрҙә советтың Өфө дәүләт нефть техник университетында уҙған сираттағы ултырышында бер тауыштан Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе итеп һайланды. Уға тиклем советты 2015 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин етәкләне. Ул сентябрь аҙағында ректор вазифаһын ҡалдырҙы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына эшкә күсте.

2018 йылдағы ҡабул итеү кампанияһы йомғаҡтарын һәм республика юғары уҡыу йорттарының һөнәри йүнәлешле эш системаһын тикшереү ултырыштың көн тәртибенең төп пункттарының береһе булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда Башҡортостан вуздарына 19 221 кеше уҡырға ингән. Бюджетлы уҡытыу формаһына 9 337 абитуриент алынған, бюджеттан тышҡа — 9 884. Уҙған йыл менән сағыштырғанда бюджет урындары һаны 6% кәмегән. Республиканан ситтәге вуздарға Башҡортостандан 5 меңдән ашыуыраҡ (21%) абитуриент уҡырға ингән.

Совет ағзалары һөнәри йүнәлеш эшмәкәрлеген һөҙөмтәлерәк ойоштороу маҡсатында  министрлыҡтар һәм ведомстволар, вуздар, урта махсус белем биреү йорттары, дөйөм белем биреү ойошмалары һәм эш биреүселәрҙең көсөн берләштерергә хәл итте.

Февралдә Өфөлә Рәсәй Ректорҙар союзы Советының күсмә ултырышы була. Сара Конгресс-холда һәм республиканың юғары уҡыу йорттарында уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1221962-predsedatelem-soveta-rektorov-vuzov-bashkirii-stal-rektor-ugntu-ramil-bakhtizin/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть