Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда 2018 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары булды. Тейешле бойороҡҡа бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы. Премия Энгель Зәйнетдиновҡа, Миләүшә Ҡаһармановаға (Хәбилова), Венера Ситдиҡоваға тапшырыла.

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы — иҡтисади фәндәр кандидаты. Уны «Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» гәзитттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдар; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн «Ватандаш» журналы редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. Уны «Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Киске Өфө» гәзите редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһы комментаторы. Уны «Башкорттар», «Рухият», «Язмыштарза — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Премияны 9 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да республика йортонда тапшыралар.

http://www.bashinform.ru/news/1220915-v-bashkortostane-opredelili-imena-zhurnalistov-laureatov-premii-imeni-shagita-khudayberdina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть