Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бер ир үҫмерҙе үлтергән өсөн хөкөм алдына баҫа

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан прокуратураһы «баланы үлтереү», «ике кешенең ғүмеренә ҡул һуҙыу», «иҫерек килеш автомобилгә идара итеү» статьялары буйынса Силәбе өлкәһендә йәшәгән 36 йәшлек иргә ҡарата асылған енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Был хаҡта республика күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2017 йылдың июлендә көндөҙ үҫмерҙәр Stells Flex маркалы мотоциклда Учалы районындағы күлгә ял итергә килә. Балыҡ тотоу базаһы ла ошонда урынлашҡан. База биләмәһе буйлап йөрөгәндә, уҡыусылар мотоцикл менән ғәйепләнеүсенең палаткаһы янынан ғына үтеп китә. Дуҫтары менән ял иткән ир, үҫмерҙәр минең тыныслығымды боҙҙо тип, уларҙы үлтермәксе була. Иҫерек ял итеүсе Volkswagen Passat автомобиленә ултыра һәм уларҙы эҙәрлекләй башлай.

«Ауыл-ара юлда балалар ултырған мотоциклды ҡыуып етеп һәм уларҙың мотошлемдары юҡлығын күреп, ғәйепләнеүсе автомобиле менән мотоциклдың артҡы өлөшөн төкөй, мотоцикл ергә ауа. Һуңынан ир быға тиклем рулдә ултырған, хәҙер иһә ерҙә ятҡан бала менән бергә мотоциклды ҡыйратыуын дауам итә», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Иҫерек водителдең ғәйебе менән 13 йәшлек мотоциклсы — Силәбе өлкәһенең Мейәс районында йәшәүсе — үлемесле йәрәхәтләнә. Үҫмер ваҡиға урынында һәләк була. 12 йәшлек пассажир мотоцикл ултырғысынан сығып оса. Уның да һаулығына зыян килә.

Ир үҙ ғәйебен таныманы.

«Бынан алда ғәйепләнеүсе иҫерек килеш йөрөткән өсөн автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында
.

http://www.bashinform.ru/news/1215991-v-bashkirii-muzhchina-predstanet-pered-sudom-za-ubiystvo-podrostka-mototsiklista/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть