Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала ике яңы күпер барлыҡҡа килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы дөйөм хаҡы 143,7 миллион һумлыҡ ике күпергә заказ бирә.

Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡ – Ҡорғат автомобиль юлында Аҡа йылғаһы аша күпер һалына. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 77,9 миллион һумға тиклем аҡса бүленеүе мөмкин. Баймаҡ районында Сибай – Күсей – Әбйәлил районы сиге автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша күпер төҙөлә. Ошо объектта материалдар һәм эштәр 65,8 миллион һумға баһалана, тиелә тендер материалдарында.

Потенциаль подрядсыларҙан ғаризалар 10 октябргәсә  ҡабул ителә. Аукциондар 19 октябрҙә «РТС-тендер» майҙансығында була.

http://www.bashinform.ru/news/1215923-upravlenie-dorozhnogo-khozyaystva-bashkirii-zakazyvaet-dlya-rayonov-dva-novykh-mosta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть