Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 42 йәшлек ҡатын бал ҡорттарынан сағылып үлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Фажиғә 21 сентябрҙә Башҡортостандың Әбйәлил районы Мәйгәште ауылында булған. Магнитогорскиҙан 42 йәшлек ҡатын урманда бәшмәк йыйып йөрөгәндә яңылыш ер аҫтында йәшәгән бал ҡорттарының ояһына баҫҡан. Тыныс һунар яратыусы бөжәктәрҙән сағылған.

«Беҙ үтеп бара инек, туғандарына ҡатынды машинаға һалырға ярҙам иттек. Ул иҫһеҙ ине, йөҙө күгәрә башлағайны. Эргәбеҙҙән үтеп барған ошо ауыл кешеләренең  береһе зыян күргән ҡатындың ғаиләһен фельдшер пунктына алып китте», — тип яҙа verstov.info шаһиттарға һылтанма менән.

Һуңғараҡ 42 йәшлек ҡатын аллергик шоктан вафат булған.

Белешмә

Ер аҫтындә йәшәгән бал ҡорто — йышыраҡ ҡара төҫтә, ҡанаттары ҡуйы шәмәхә төҫөндә, башы ҡуйы-һоро. Оҙонлоғо 19 миллиметрға етеүе мөмкин. Ер аҫты бал ҡорттарының ҡырағай төрө тәрән өң ҡаҙырға ярата.

Әгәр ер аҫты бал ҡорто саҡһа, шунда уҡ сара күрергә кәрәк, сөнки ҡаяуында бик күп ағыу бар, шешенеүгә килтереүе ихтимал. Ҡаяуҙы пинцет менән һаҡ ҡына алырға, әгәр ул тәрәндә икән, тирегә баҫырға һәм һығып сығарырға кәрәк, шул рәүешле ағыуынан еңел генә ҡотолорға була. Бөжәк саҡҡан урынға спирт һөртөргә, өҫтөнә һалҡын компресс ябырға кәрәк. Мөмкин тиклем күберәк эсергә. Шешкән урынды шәкәр иретмәһе менән ыуырға мөмкин. Ер аҫты бал ҡортоноң ағыуында гистамин бар, шуға күрә ваҡытында гистаминға ҡаршы дарыу эсергә кәңәш ителә. Был ваҡытта алкоголле эсемлектәр ҡулланырға ярамай, сөнки токсиндар тиҙ генә организмға һеңә башлай, был иһә ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Сығанаҡ:  roypchel.ru.

http://www.bashinform.ru/news/1215900-v-bashkirii-42-letnyaya-zhenshchina-umerla-ot-ukusa-zemlyanykh-pchel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть