Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы автомобилселәр өсөн түләүле була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырған Өфөнән яңы сығыу юлы проекты автомобилселәр өсөн түләүле була. Был хаҡта ТАСС Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа һылтанма менән хәбәр итә.

«Юлда йөрөү тулыһынса түләүле була. Әлеге ваҡытта республика ошо проектты тормошҡа ашырыуға 1,2 миллиард бүлде, беҙҙең яҡтан эш дауам итә, Рәсәй Транспорт министрлығынан тейешле ярҙам көтәбеҙ», — тип ведомство башлығының һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.

Төбәк властары федераль ҡаҙнанан берлектә финанслау көтә.

«Хәҙер Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең ҡайһы бер субъекттарға, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһына ҙур инвестиция проекттарын бойомға ашырыуға бюджет-ара трансферттар еткереү тураһында бойороҡ проекты әҙерләнә», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.

2018-2021 йылдар дауамында «Көнсығыш сығыу юлы» проекты буйынса дөйөм сығымдар 34 миллиард һумға баһалана. Ул 1992 йылда башланған 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннеле төҙөлөшөн тамамлауҙы, 2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы күпер үткәүелен, М-5 «Урал» федераль трассаһына йәнәш 14 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлын, түләтеү пункттарын төҙөүҙе, шулай уҡ юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын булдырыуҙы һәм махсуслаштырылған юл-файҙаланыу предприятиеһын төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Бынан алдараҡ төҙөлөштөң 2018 йылдың аҙағына тиклем тергеҙеләсәге билдәле булды.

http://www.bashinform.ru/news/1215816-vostochnyy-vyezd-iz-ufy-budet-platnym-dlya-avtomobilistov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть