Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанға Вьетнамдың рәсми делегацияһы килде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанға Вьетнам Социалистик Республикаһы Бария-Вунгтау провинцияһының рәсми делегацияһы килде. Республика Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Владивостокта Көнсығыш иҡтисади форумында Башҡортостандың Азияға, атап әйткәндә, Вьетнамға ауыл хужалығы продукцияһын оҙатыуҙы яйға һалыу пландары хаҡында белдергәйне. Вьетнам вәкилдәренең сәфәре төбәк-ара хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү менән бәйле.

Делегация составында — эшлекле даирә вәкилдәре һәм парламентарийҙар. Уны Вьетнам Коммунистар партияһының үҙәк комитеты ағзаһы, Вьетнам Коммунистар партияһы комитеты секретары, Бария-Вунгтау провинцияһының Халыҡ советы рәйесе Нгуен Хонг Линь етәкләй. Өфөгә шулай уҡ  Вьетнамдың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Мань килде.

Ике көнлөк сәфәрҙең программаһын республика етәкселеге менән осрашыу аса. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың һәм алтынсы саҡырылыш республика парламенты фракциялары етәкселәренең Вьетнам Социалистик Республикаһының Бария-Вунгтау провинцияһы делегацияһы менән аралашыуы ҡаралған.

25 сентябрҙә көндөң икенсе яртыһында Өфө дәүләт нефть техник университеты етәкселеге һәм Вьетнам студенттары менән осрашыу була. Унда ҡунаҡтар Башҡортостан-Вьетнам дуҫлыҡ ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныша.

Шаршамбы делегация төбәктең башҡарма власть органдары етәкселәре менән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша. Сәфәрҙең мәҙәни программаһы сиктәрендә ҡунаҡтар Салауат Юлаев һәйкәленә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Археология һәм этнография музейына бара. Һуңынан Вьетнам диаспораһы вәкилдәре менән аралашыу ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1215828-v-bashkiriyu-pribyla-ofitsialnaya-delegatsiya-vetnama/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть