Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәштәр өсөн Job market вакансиялар йәрминкәһендә эш урындары тәҡдим ителә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Job market йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе 10 октябрҙә «Башҡортостан» сауҙа үҙәге (Менделев урамы, 205а) алдындағы майҙанда уҙа.  Сара «Йәштәр – Респубика йөрәге!» ҡала фестивале сиктәрендә уҙғарыла.

Вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәр даими һәм ваҡытлыса вакансиялар тәҡдим иткән баш ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының эш биреүселәре менән аралаша ала.

Сарала ҡатнашыусыларҙың һөнәри йүнәлеш алыу буйынса тест үтеү, хеҙмәт ҡануниәте буйынса юридик консультация һәм һөҙөмтәле һөнәри траектория төҙөү буйынса кәңәштәр алыу мөмкинлеге бар.

Йәрминкәне ойоштороусы булып Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһай. Тулыраҡ мәғлүмәтте 279-06-56 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Йәрминкә киске сәғәт 5-тән 7-се яртыға тиклем эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1215814-v-ufe-na-yarmarke-vakansiy-job-market-predstavyat-rabochie-mesta-dlya-molodezhi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть