Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Шаляпин конкурсы тамамланды, бүләктәр еңеүселәрҙе көтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының конкус тыңлауҙары тамамланды Башҡорт опера һәм балет театрында икенсе турға үткән16 йәш (35 йәшкәсә) артист баш дирижер Артем Макаров идаралығында театрҙың симфоник оркестры менән сығыш яһаны.

Икенсе тур ғәҙәттәғесә сағыуыраҡ була һәм тулы зал йыя. Йырсыларҙың һәр ҡайһыһы икешәр ария башҡарҙы, күбереһенсә берәүһе сит ил репертуарынан, икенсеһе рус классикаһынан булды.

Сәхнәне бөйөк рус йырсыһының портреты биҙәне. Ул гүйә яңы опера быуына фатиха бирҙе. Хәйер, бөтә йәш йырсылар ҙа – күп тапҡыр халыҡ-ара конкурстар титулдарына лайыҡ булған сыныҡҡан көрәшселәр Өфө тамашаһы алдына үҙенең бөтә һөнәри һәм сәхнә оҫталығы менән килеп баҫты. Вокалсыларҙы Өфөнән, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡов рәйеслегендә жюри баһаланы.

Икенсе турға Өфөнән Регина Звегинцева шунда уҡ драматик төҫ бирҙе, сығышы Чайковскийҙың «Орлеан ҡыҙы» операһынан Ионанның «Да, час настал!» арияһы менән башлап. Регина – Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка колледжын һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор Фәрзәнә Сәғитова класы) тамамлаусы. Икенсе турҙы Өфө егете – ете йыл элек Өфө дәүләт сәнғәт институтында Татаьяна Мамедова класын тамамлаған һәм Өфө тамашаһына спектаклдәрҙә ҙур булмаған ролдәре буйынса таныш Башҡорт операһының 31 йәшлек солисы Рим Рәхимов дауам итте.

Быйылғы Шаляпин конкурсы географик төрлөлөгө менән бай. Ҡаҙағстандан ике сағыу тауышлы йырсы Астананан Гүлдана Алдасова һәм Наргиз Сатмухамбетова сығыш яһаны. Билдәләп үтергә кәрәк, «Риголетто»нан Джильда арияһы өсөн алҡыштарға лайыҡ булған Наргиз Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Астана-опера солисы Әлфиә Кәримованың уҡыусыһы.

Мәскәүҙән Александр Алиев – Екатеринбург операһы, Галина Вишневскаяның опера йырлау үҙәге солисы финалда «Батша кәләше» операһынан Грязнойҙың арияһы менән хәтерҙә ҡалды.

Болгария йырсыһы – Мария Жекова (София) шунда уҡ тамашасыларҙы Бизенең Хабанераһында Кармен образы өсөн тәғәйенләнгән сағыу сиған кейемендә сығып арбаны. Испаниянан төрки тамырҙары менән йырсы Данил Сәйфуллин (Барселона) сығыш яһаны.

Беренсе бүлекте Монголияның бик оҫта вәкиле — Эрдэнээ Очирсайхан (Улан-Батор) тамамланы, «Севильский цирюльник»тан Фигаро каватинаһын башҡарып бөткәндә ҡул хәрәкәте менән һаҡсыл йырлауы өсөн ғәфү үтенгән кеүек тойолдо, моғайын, һыуыҡ тейеү сәбәпле.

Икенсе бүлекте Бородиндың Кенәз Игорь операһынан кенәз арияһы менән Өфө егете, бас-баритон, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Йәмил Абделмәнов класы буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институты ассистент-стажеры Дамир Тайыпов асып ебәрҙе.

Бер-бер артлы Өфөнөң ике теноры, Башҡорт операһы артистары Салауат Кейекбаев (Салауат Асҡаров класын тамамлаусы) һәм Иҙел Аралбаев (профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлаусы) лайыҡлы сығыш яһанылар.

Иҙел Аралбаев башҡорт операһы репертуарында иң билдәле – Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһынан Салауаттың өсөнсө арияһын йырланы, тауыш драматизмын актерлыҡ алымы менән нығытып.

Рәсәйҙең төрлө ҡалалары вәкилдәре — Михаил Меньшиков (Мәскәү), Алим Апшев (Нальчик), Евгений Севастьянов (Красноярск) һәм Үзбәкстандан — Каюм Шодияров (Сәмәрҡән) бөтөн бер йондоҙлоҡ булып сығыш яһаны.

Түбәнге Новгород театры солисы Михаил Меньшиков тамаша күңелен Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан Ленскийҙың арияһы менән яуланы. Красноярск театры солисы Евгений Севастьянов Римский-Корсаковтың «Садко» операһынан Варяж ҡунағы арияларында тауышының бөтә матурлығын күрһәтте.

Тыңлауҙың икенсе турын Грузия вәкиле, Ҙур театр артисы  Годердзи Джанелидзе Бородиндың «Кенәз Игор»ҙан күренекле Кончак арияһын башҡарып тамамланы. Уның йырлауын 2017 йылда Елена Образцова конкурсында еңеүе тураһында ишетеп белгән күптәр тыңлаһы килде. Йырсы был юлы ла өмөттө өҙмәне, тамашасыларҙың йөрәген үҙенең көслө тауышы һәм харизмаһы менән яулап.

Театр фойеһында вокалсылар – тамашасы һөйөүе бүләге өсөн тауыш биреү барҙы.

2018 йылда Шаляпин конкурсында бөтәһе 31 йәш йырсы ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре 25 сентябрҙә киске сәғәт 6-сы яртыла Греция залында иғлан ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төп бүләк 350 мең һум тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1215758-shalyapinskiy-konkurs-v-ufe-zavershen-prizy-zhdut-pobediteley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть