Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» командаһы «Трактор»ҙы ҡыйратты

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ағымдағы миҙгелдә «Салауат Юлаев» хоккей командаһының икенсе ҡунаҡтағы серияһы еңеүҙән башланды. Силәбелә Өфө командаһы урындағы «Трактор»ҙы ҡыйратты – 0:5. Өҫтәүенә, Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре тәүге ике шайбаны Василий Демченко ҡапҡаһына кәмселектә оҙатты. Беренсене Петр Хохряков индерҙе, хужаларҙың ҡапҡасыһы менән икәүҙән-икәү сығып. Икенсе осор аҙағында шайбаны Александр Кадейкин индерҙе. Өсөнсө егерме минут башланғас Тему Хартикайнен тигеҙ уйынсылар иҫәбендә Башҡортостан командаһының өҫтөнлөгөн арттырҙы. Уға яңы «юлаевсылар» Павел Коледов һәм Артем Федоров ярҙам итте. Бер аҙ һуңыраҡ Филип Ларсен шайбаға эйә булып, хужаларҙың һаҡсыһын урап, шайбаны Максим Майоровҡа тапшырҙы – 0:4.

Финал сиренаһына бер минут ҡалғас Силәбе хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Антон Бурдасов был осрашыуға нөктә ҡуйҙы.

Билдәләп үтергә кәрәк, Финляндия голкиперы Юха Метсола үҙ иҫәбенә КХЛ-дың 1-се миҙгелендә тәүге «ҡоро иҫәпте» яҙҙы.

«Салауат Юлаев» киләһе уйынды 26 сентябрҙә Минскиҙың «Динамо»һында ҡунаҡта үткәрә.  Матч Мәскәү ваҡыты буйынса киске 8-се яртыла башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1215712-salavat-yulaev-razgromil-traktor-dve-shayby-v-menshinstve-i-pervyy-sukhar-metsoly/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть