Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Санкт-Петербургта «Добровидение – 2018» фестивалендә Башҡортостандан мираҫтар сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралабева/.

26-27 сентябрҙә Санкт-Петербургта «Добровидение – 2018» III Халыҡ-ара халыҡ йыры фестивале уҙа.

Башҡортостан Республикаһынан сарала «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары Рәфис Сирусин, Зәлиә Ғәниәтуллина, Юнир Һағынбаев һәм Әлфиә Зәғиҙуллина сығыш яһай.

«Добровидение – 2018» Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө халыҡтары вәкилдәрен йыя, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы. Фестиваль программаһы Рәсәй этнография музейы майҙансығында ҡатнашыусыларҙың соло программаларын күрһәтеүҙән башлана, 27 сентябрҙә «Октябрьский» ҙур концерт залында Гала-концерт менән тамамлана.

Грузиянан, Армениянан, Ҡаҙағстандан, Украинанан, Белоруссиянан, Азербайжандан, Латвиянан, Молдавиянан һәм Рәсәйҙең күп кенән төбәктәренән 50-нән ашыу коллектив һәм артист милли музыка һәм йыр мәҙәниәтенең быуатлыҡ йолалар төрлөлөгөн тәҡдим итә.

Фестивалдең тәүге өлөшөндә артистар Рәсәй империяһында һәм Советтар Союзында йәшәгән халыҡтарға арналған музейҙың тематик залдарында сығыш яһай, башҡарған йырҙарҙың һәм көйҙәрҙең тарихы тураһында һөйләй. Һуңынан «Октябрьский» ҙур концерт залы майҙансығында ҙур Гала-концерт һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы үтә.

«Добровидение» фестивале халыҡ йыр мәҙәниәтен һәм музыкаль ижадын һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шулай уҡ традицион ҡиммәттәрҙе пропагандалауға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.

Фестивалдең ойоштороусылары – Дәүләт Думаһы депутаттары Валентина Терешкова, Сергей Миронов, Рәсәй этнография музейы директоры Владимир Грусман, Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты ректоры Александр Тургаев.

http://www.bashinform.ru/news/1215670-na-festivale-dobrovidenie-2018-v-sankt-peterburge-bashkortostan-predstavyat-mirasovtsy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть