Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Элвин Грей дауаханаға эләккән һәм концерттарын күсергән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) ауырып киткән һәм концерттарын күсергән. Ошо хаҡта ул социаль селтәрҙәге бөтә аккаунттарында хәбәр итте.

«Иғтибар! Концерттар күсерелә! Ҡапыл һаулыҡ ҡаҡшау менән бәйле Тобольск (24.09), Омск (25.09), Вагай (27.09), Сургут (29.09), Когалым (30.09) ҡалаларындағы концерттар. Яҡын көндәргә билдәләнгән бөтә концерттарҙы күсерергә тырышабыҙ. Яңы график менән мәғлүмәт яҡын ваҡытта билдәле була. Аңлауығыҙға ышанабыҙ», — тиелгән хәбәрҙә.

Йырсының ижадын үҙ итеүселәр артисҡа тиҙерәк һауығыу һәм артабан үҙен һаҡлау теләктәре менән дәртләндерә.

http://www.bashinform.ru/news/1215660-elvin-grey-okazalsya-na-bolnichnoy-koyke-i-perenes-kontserty/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть