Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының йылытыу миҙгеленә әҙер булыуы хаҡында белдерҙеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин төбәктәге бөтә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының йылытыу миҙгеленә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.

Министр һүҙҙәренсә, республиканың барлыҡ муниципаль райондары һәм ҡала округтары билдәләнгән ваҡытҡа әҙерлек паспорттарын тапшырҙы. Йылытыу миҙгеленә бөтәһе 103,1 миллион квадрат метр торлаҡ фонды әҙерләнгән. Йылылыҡ һәм һыу үткәргес селтәрҙәре алмаштырылған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының коммуналь инфраструктура объекттарында 158 берәмек күсмә резерв электр менән тәьмин итеү сығанағы һәм 205 берәмек стационар электр менән тәьмин итеү сығанағы бар. 411 авария-тергеҙеү бригадаһы һәм 1 853 берәмек техника ремонт персоналы булдырылған һәм комплектланған. 45 мең тонна күләмендә резерв яғыулыҡтың норматив запасы булдырылған.

«Республика йылытыу миҙгеленә әҙер. Йорттарҙы һәм социаль өлкә объекттарын ваҡытында йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының даими контролендә», – тип хәбәр итте Сергей Афонин.

http://www.bashinform.ru/news/1215599-v-bashkirii-zayavili-o-gotovnosti-obektov-zhilkomkhozyaystva-k-otopitelnomu-sezonu/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть