Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Олимпик парк»ты үҫтереүгә 1,1 миллиард һум йүнәлтелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Өфөлә «Олимпик парк» тау саңғыһы комплексында халыҡ-ара туризм үҙәген булдырыу күҙаллана. Яҡынса 1,1 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән «Позитив» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.

Инвестор 100 урынлыҡ ҡунаҡхана, ял зоналары, спорт һәм дауалау инфраструктураһы объекттарын төҙөргә ниәтләй.

Республика Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәте буйынса, яңыртылған туристик объект 2020 йылда эшләй башларға тейеш. Туристарҙы хеҙмәтләндереү өсөн өҫтәмә рәүештә 295 хеҙмәткәр алыу ҡаралған.

Инвестор үҙенең проектын республика өсөн өҫтөнлөклө иҫәбенә индереү уға ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алырға һәм һалым льготаларына эйә булырға мөмкинлек бирер тип көтә.

Әле Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 71 проект бар, инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 230,7 миллиард һум тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1215529-na-razvitie-olimpik-parka-v-ufe-napravyat-1-1-mlrd-rubley/

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть