Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

CИОФФ президенты: «Башҡортостандың һәм унда йәшәүселәрҙең ни тиклем ҡунаҡсыл булыуын бөтә илдәр ҙә күрер»

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә Бөтә донъя Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) конгресы тамамланды. Сараны ябыу тантанаһы 23 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда уҙҙы.

СИООФ Президенты Филипп Боссан съезды юғары кимәлдә ойошторғаны һәм уҙғарғаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

«Был СИООФ тарихында иң яҡшы конгрестарҙың береһе булды. Республика Башлығына, Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәтенә рәхмәтлемен. Һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ, бөтәһе  лә яҡшы үтте. 2020 йылда беҙҙе Бөтә донъя фольклориадаһы көтә. Ике йылдан бөтә илдәр ҙә Башҡортостандың һәм унда йәшәүселәрҙең ни тиклем ҡунаҡсыл булыуын күрер», — тип билдәләне Боссан әфәнде.

В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова башҡарылған эштең мөһимлеген билдәләне.

«Ике аҙна бик тиҙ үтеп китте, сөнки улар әүҙем эшкә бай ине. Бында бер идея – фольклорҙы, халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау, уны үҫтереү һәм популярлаштырыу идеяһы менән янған кешеләр йыйылды. Беҙҙең эшебеҙ халыҡтарҙы һәм ҡитғаларҙы берләштерә, бар халыҡтар араһында дуҫлыҡты, һөйөүҙе, тыныслыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу сараһы булып тора. Ике йылдан йәнә осрашырбыҙ. Был СИООФ тарихында иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ фольклориада булыр тип ышанғы килә», — тине ул.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова СИОФФ-ҡа илдәр араһында мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса тәжрибә алмашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул СИОФФ советы ағзалары башҡарған ғәйәт ҙур хеҙмәтте билдәләне.

Киләһе Бөтә донъя Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) конгресы 2019 йылдың октябрендә Чилиҙың баш ҡалаһы Сантьягола уҙа. Өфөлә конгресты ябыу тантанаһында Чили делегацияһына СИОФФ конгресы флагы тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 48-се Бөтә донъя СИОФФ конгресы 2020 йылдағы VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан уҙҙы. Форум 11 көн дауам итте. Уның эшендә донъяның 54 иленән 200 вәкил ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар — Бөтә донъя Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы.

http://www.bashinform.ru/news/1215338-prezident-sioff-vse-strany-uvidyat-naskolko-gostepriimen-bashkortostan-i-ego-zhiteli/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть