Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Абдулла Солтанов исемендәге призға башҡорт йыры конкурсының Гран-прийын Рәфис Ишбаев яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы. Конкурс күренекле йырсының 90 йәшенә арналды.

Профессиональ башҡарыусылар араһында Гран-приҙы Рәфис Ишбаев яуланы. Ул диплом һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде. Артист Баймаҡ ҡалаһында тыуған, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһындағы яңғыҙ йырлау бүлегендә уҡыған.

«Жюри бер тауыштан төп бүләк Рәфис Ишбаевҡа тапшырылырға тейеш тигән ҡарар ҡабул итте. Ул «Урал» һәм «Уйыл» халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы», — тине жюри ағзаһы, Учалы филармонияһы солисы Илдар Ямалов.

Конкурста Баймаҡтан, Ишембайҙан, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла, Учалы райондарынан йырсылар ҡатнашты.

Программала «Урал», «Сибай», «Һандуғас», «Ҡаһым түрә», «Азамат», «Бейеш» кеүек мотлаҡ башҡарылырға тейешле һәм башҡа оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙары бар ине. Жюриҙа 90 йәшлек йырсы Абдулла Солтанов, С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Дилара Сәхәүетдинова, яҙыусы һәм журналист Мәүлит Ямалетдинов, йырсылар, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Илдар Ямалов һәм Гөлсиә Хилажева эшләне.

Абдулла Солтанов — оҙон көйҙәрҙе башҡарыусы булараҡ дан алған үҙенсәлекле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

http://www.bashinform.ru/news/1214973-gran-pri-konkursa-bashkirskoy-pesni-na-priz-abdully-sultanova-zavoeval-rafis-ishbaev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть