Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә алкоголь һатҡанда йәш сикләүҙәрен арттырыуҙары ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәйҙә тәмәке һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы кәметеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итеүҙәре мөмкин. Алкоголь продукцияһын һатып алыусылар йәшен 20 йәшкә тиклем күтәреү шуларҙың береһе булыуы ихтимал, тип белдерҙе «РИА Новости» агентлығына интервьюһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең социаль мәсьәләләр буйынса вице-премьеры Татьяна Голикова.

«Демография» милли проекты сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүеше менән бәйле махсус федераль проект бар һәм ул алкоголде, тәмәкене сикләү йәки уларҙан баш тартыу буйынса сараларҙан тыш, дөрөҫ туҡланыу, физик культура, спорт менән бәйле сараларҙы ла үҙ эсенә ала, тип хәтергә төшөрҙө ул.

«Тәмәкегә һәм спиртлы эсемлектәргә ҡарата ниндәйҙер өҫтәмә саралар ҡабул ителерме, юҡмы икәне тураһында һөйләгәндә, ҡабул итербеҙ тип уйлайым, сөнки, өлгәшелгән һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, әлегә һандар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, — тип белдерҙе Голикова. —  Бер кем дә бөтә нәмәне тыйыу тураһында һөйләмәй. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, алкоголгә ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара тәжрибә бар. Күп кенә илдәрҙең, шул иҫәптән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән күршеләребеҙҙең алкоголде 18-ҙән түгел, ә 20 йәки 21 йәштән һатыу тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәре осраҡлы түгелдер, моғайын».

http://www.bashinform.ru/news/1215328-v-rossii-mogut-povysit-vozrastnye-ogranicheniya-pri-prodazhe-alkogolya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть