Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләге Кузнецов затоны биҫтәһендә йорттар төҙөү күҙаллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфө ипотека кредитлау агентлығы ҡорамал килтереү һәм көйләү эштәре менән төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға конкурс иғлан итте. Мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылды.

Йорттарҙың тәүге сиратын — 39/40 торлаҡты Өфөнөң Киров районында Геологтар, Кузнецов затоны, Геофизиктар һәм Һынаусылар урамдары менән сикләнгән биләмәлә һалыу планлаштырыла.

Килешеүҙең башланғыс хаҡы — 399,2 миллион һум. Проектты —  шәхси әйләнеш аҡсаһына (10 проценттан артыҡ түгел), ҡалғанын проект финанслауына йәлеп ителгән йәки өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың аҡсаһына финанслау планлаштырыла.

Проектта өс подъезд, туғыҙ ҡат һәм 240 фатир ҡаралған. Төҙөлөштө 2020 йылдың 31 декабренә тиклем тамамлау күҙаллана. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 12 октябргәсә ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1215267-v-ufe-planiruetsya-stroitelstvo-zhilykh-domov-v-rayone-kuznetsovskogo-zatona/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть